Пермь крайында һәм Санкт-Петербургта Исмәғил Тасимов көндәре уҙғарыла

 Мәғдәнсе, Санкт-Петербургта  Тау училищеһына нигеҙ һалыусыға бағышланған саралар 14 февралдән 18-енә тиклем бара. Уларҙы Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора, Рәсәй төбәктәрендә  башҡорт телен танытыу маҡсаты ҡуйыла. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн төрлө конкурстар ҡаралған.