Башҡортостан хөкүмәтендә Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, кадрҙар етешмәй, штатта тейеш булғандың 60 проценты ғына бар. Проблеманы хәл итеү өсөн норманан артыҡ эшләүселәргә өҫтәмә түләүҙәр кәрәк. Водитель һәм тракторсыларҙың эш хаҡы уртаса 60 мең һумға еткерелә. Юлсылар 40 мең һум аласаҡ. Эш хаҡы 1 февралдән арта.