Үҙәк ағзалары аҙ мобилле һәм өлкән йәштәге граждандарға кибеттән тауарҙар һәм дарыуҙар алып килә. Автоирекмәндәр вакцинация үтергә теләгән оло йәштәгеләрҙе поликлиникаға тиклем оҙата.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПандемия шарттарында ирекмәндәрҙең хеҙмәтенә ихтыяж бигерәк тә ҙур. Бөгөн Башҡортостанда 21 меңдән ашыу ирекмән бар. Уларҙың сафтарын 14 йәше тулған һәр кем тулыландыра ала. 45 йәштән өлкәнерәктәр «көмөш ирекмәндәр» тип атала. Ирекмән булыр өсөн, «Беҙҙең хәстәрлек» колл-үҙәгенең бушлай номеры буйынса шылтыратырға, йәғни «Йәшлек хаус» бинаһында урынлашҡан үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.