Илдәге иң үҫешкән һөт кухнялары селтәре Башҡортостанда

«Рәсәйҙә иң үҫешкән һөт кухнялары селтәре Башҡортостанда», – тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров. Продукция аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә балаларға һәм йөклө, бала имеҙеүсе ҡатындарға тәғәйенләнә. Быйыл Һөт кухняһы продукцияһын алыу тәртибе ябайлашты. Бынан һуң,  ғариза юллағанда, бер документты тапшырмаҫҡа мөмкин. Процедура үҙенсәлектәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һөт кухняһы продукцияһын Наталья Колчина икенсегә юллай. Әммә процедура ябайлашҡаны уға күп функциялы үҙәктә генә билдәле булған. Файҙалы продукция ҡулланыусыһы булыр өсөн, ике бала әсәһе тик ғариза яҙҙы, паспорт һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһен тапшырҙы.

Һөт кухняһы продукцияһы менән икенсе йыл ҡулланабыҙ. Аҙыҡ бик тәмле, балалар ҡәнәғәт. Хәҙер документтарҙы бер урында ҡына юлларға мөмкин, бик уңайлы.

Наталья Колчина, «Һөт кухняһы» продукцияһы менән ҡулланыусы

Һөт кухняһы продукцияһын ҡулланыуҙы йыл һайын оҙайтырға кәрәк. Быйыл ғаилә составы тураһындағы документ кәрәкле ҡағыҙҙар исемлегенән төшөп ҡалды. Былтыр ҡулланыусылар уңайлығы өсөн махсус ҡушымта ла булдырылған. Һөт продукцияһын өс юл менән: Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрылығы сайтында, Һөт кухняһы пункттарында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә юлларға мөмкин.

Быға тиклем «Һөт кухняһында» тик 4 төр продукция - һөт, ҡатыҡ, йогурт һәм эремсек кенә булған. Хәҙер уның ассортименты төрлө тәмләткес - емеш-еләк менән байытылған йогурт менән тулылынды. Продукциялар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙнаһына ике тапҡыр таратыла. Һөт ризыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар республикалағы 55 фирма магазины, 17 дәүләт аптекаһы  аша алырға мөмкин.

Халыҡта һөт кухняһы продукцияһында ихтыяж ҙур. Киләсәктә уның ассортименты тағы ла киңәйтеләсәк. Рәсәйҙә иң үҫешкән һөт кухнялары селтәре - Башҡортостанда. Әлеге ваҡытта республика 115 һөт кухняһы нөктәһе бар.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Һөт кухнялары 2019 йылда  республика башлығы  Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тергеҙелә башлағайны. Һөт кухняһының етештереү линиялары  Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет һәм Үрге Ҡыйғыла эшләп килә. Тәүлегенә кәмендә 25 тонна һөт эшкәртелә. Былтыр ғына Һөт кухняһы 16 миллион ҡаптан ашыу продукция сығарған.

Рәзилә Ғиниәтуллина