Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыу сифатына дәғүә белдереүселәр кәмегән

Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, балалар быйылғы уҡыу йылында ашханаларға бик теләп йөрөй. Ә бит тәүге ваҡытта «Инцидент-менеджмент» системаһы тарафынан тәмһеҙ аш, боҙолған ризыҡтар һәм бысраҡ һауыт-һабаға бәйле ялыуҙар күпләп ҡабул ителә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен белгестәр тәү сиратта яуаплы структураларҙың берлектәге эш һөҙөмтәһе менән аңлата. Мәктәп ашханаларында ғәмәлгә ашырылған саралар комплексы менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты. 

Өфөнөң 121-се гимназия уҡыусылары туҡланыу ваҡытын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки ашханала уларҙы яратып ҡулланған кәтлиттәр, тәмлекәстәр һәм әлбиттә емеш-еләктәр ҙә көтә. Билдәле булыуынса, хәҙерге меню балаларҙың ихтыяждары иҫәпкә алып төҙөлә. Был белем усаҡтарындағы туҡланыу сифатын яңы кимәлгә күтәрҙе.      

Республиканың барлыҡ мәктәптәре сайтында хәҙер ике аҙнаға иҫәпләнгән  меню һалына. Туҡланыуҙың сифатын даими контролдә тотоу хәлдең ыңғай яҡҡа үҙәгереүенә килтерҙе. Махсус комиссия составына ата-әсәләр ҙә ингән. Улар шәхси кабинет аша балаларҙың рационын күҙәтә,  аҙыҡ-түлекте биреү ваҡытын, ашханаларҙың таҙалығын тикшерә, ялыуҙар ҙа ҡалдыра ала.

Мәктәп ашханаларындағы ыңғай динамика яуаплы структураларҙың берлектәге эш һөҙөмтәһе. Проблеманы системалы хәл итеү һөҙөмтәһендә бөгөн ялыуҙар байтаҡҡа кәмегән. Ә бер йыл элек кенә уҡыусылар аштың һыуыҡ һәм тәмһеҙ булыуына, боҙолған ризыҡтарға йыш зарланған. 

Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты яҡшырыуын «Роспотребнадзор» белгестәре лә билдәләй. Бөгөн республикала «Сәләмәт туҡланыу» тип аталған махсус сайт уңышлы эшләй, унда файҙалы туҡланыуҙың 32 програмаһы тәҡдим ителгән. 

Көнүҙәк мәсьәлә Хөкүмәттә дистанцион форматта ойошторолған  оператив кәңәшмәлә лә тикшерелде. «Беҙҙең бурыс - өлкәндәргә һәм балаларға сәләмәт туҡланыуҙың файҙаһы тураһында аңлатыу» - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе «Сәләмәт туҡланыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу буйынса хакимиәт органдары һәм сауҙа селтәрҙәре эшен координацияларға ҡушты. Был бик мөһим эш йүнәлеше, тине Башҡортостан башлығы.

Илдар Байбулатов