Шаран районының Йәрәмкә ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашып, Закир Һаҙый урамындағы юлды төҙөкләндермәксе. Ниәтте тәүәкәлләү маҡсатында ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары 3 саҡрым арауыҡты скандинав аҙымы менән атлап үтте. Сарала Йәрәмкә ауылында тыуған яҙыусы Закир Һаҙыйҙың биографияһына байҡау яһалды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШаран районының Рождественка ауылы халҡы ла программала еңеп сығып, матди ярҙам алырға иҫәп тота. Йыйылышта спорт майҙансығын төҙөкләндерергә һәм спорт кәрәк-яраҡтары алырға ҡарар ителде. Смета буйынса был эштәргә 1 миллион һум аҡса талап ителә. Программа шарттарына ярашлы, сығымдарҙың бер өлөшөн урындағы хакимиәт һәм ауыл халҡы үҙе ҡаплай.