Кушнаренко халҡы бушлай юридик ярҙам алды

Күсмә ҡабул итеүҙе Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы белгестәре ойошторҙо. Бушлай юридик ярҙам алыр өсөн, үҙең менән паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ алып килергә кәрәк ине.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләргә төбәктең дәүләт юридик бюроһы директоры урынбаҫары Рита Йосопова менән хоҡуҡи ярҙам хеҙмәте баш белгесе Ильвира Сафина асыҡлыҡ индерҙе, тиҫтәләгән кеше бушлай консультация алды. Иң йыш бирелгән һорауҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре , мираҫҡа эйә булыу хоҡуғы, бурысты мәжбүри түләтеү кееүек һорауҙарға ҡағылды.

Махсус автомобилдә күсмә ҡабул итеү беҙҙә тәүгә ойошторолдо. Бушлай юридик ярҙам республиканың төпкөл ауылдарында йәшәүсе граждандар өсөн ҡаралған.

Рита Йосопова, Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы директоры урынбаҫары