Холокост ҡорбандарын халыҡ-ара иҫкә алыу көнөнә арнап

Рәсәйҙә Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙнаһы башланды. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ошо аяныслы фажиғәғә бәйле тематик саралар ойошторола.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала ла «Холокост: яҙмыштар тарихы» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сығыштар Холокост тураһында әҙәби әҫәрҙәргә, мәҡәләләргә, архив материалдарына таянып әҙерләнгән. Холокост грек теленән тәржемә иткәндә «тереләй яндырыу» тигәнде аңлата.

Нацист мейестәрендә, газ камераларында 11 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Түңәрәк өҫтәлде «Освенцим» концлагеры тотҡондарын азат итеү хаҡында мәғлүмәттәр ҙә телгә алынды. Республика китапханалары сараны реаль режимда ҡарай алды. Түңәрәк өҫтәлдең өлөшләтә дистанцион форматта үтеүе ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр менән бәйле.

Гүзәл Борханова