Өфөлә Эльдар Рязановтың «Карнавал төнө» киносценарийына нигеҙләнеп хәйриә спектакле сәхнәләштерелә

Билдәле шәхестәр балаларға. Өфөлә Эльдар Рязановтың «Карнавал төнө» киносценарийына нигеҙләнеп хәйриә спектакле сәхнәләштерелә. Федераль проекттың премьераһы 31 ғинуарҙа «Торатау» конгресс-холы сәхнәһендә күрһәтелә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Федераль проект бишенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Һәләтле балаларға ярҙам йәһәтенән башҡарылған проектҡа Өфөнөң билдәле эшҡыуарҙары, уңышлы компаниялар менеджерҙары араһынан 25 кеше саҡырылған. «Карнавал төнө» спектакле репетицияларына баш ҡаланың билдәле шәхестәре ысын артистар кеүек бик яуаплы ҡарай.

Был минең хобби. Нәфис фильмда төшкәнем бар, вокал менән дә шөғөлләнеп ҡараным. 2017 йылда Михаил Кумпан проектҡа саҡырғас, ҡушҡуллап ризалаштым. Режиссерҙар миндә актер булараҡ ижади һәләтемде асырға ярҙам итте.

Сергей Миңлеғолов, «Карнавал төнө» спектаклендә ҡатнашыусы

«Карнавал төнө» ысын мәғәнәһендә сағыу һәм хисле байрам тамашаһы. Клуб хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл кисен нисек тә күңеллерәк һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә әҙерләнә. Әммә етәкселәрҙең береһе көтөп алған йылдың төп байрамын үҙешмәкәр сәнғәт номерҙарын һайлап алыуға ҡоролған партия йыйылышына әүерелдерергә ниәтләй. Йәш-елкенсәк быға ҡаршы ысын бал ойоштора.

Өфөлә Яңы йыл тамашалары 31 декабрҙә асылды. 31 ғинуарҙа үтәсәк был тамаша театраль йылды асыуҙың иң сағыу тантанаһы буласаҡ.

Александр Мальцев, «Карнавал төнө» спектакле режиссеры

Өфөнөң билдәле кешеләре, бизнесмендар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашҡан тамаша шаян мезансценалар, бейеүҙәр менән байытылған.

Проектта ҡатнашыу миңә пионер ваҡыттағы ижади лагерҙы хәтерләтә. Ҙур эш башҡарыусы бизнесмендар эштән һуң репетицияларҙа ҡатнашып, хистәр донъяһына сума. Беҙ ҡайҙа ғына эшләһәк тә, кешелеккә изгелек һәм йомартлыҡ өләшергә бурыслыбыҙ.

Михаил Кумпан, «Карнавал төнө» спектаклендә ҡатнашыусы

Ысынлап та, изге эштәр, көтөлмәгән бүләктәр һәләтле балаларға артабан да үҙ йүнәлешендә үҫер һәм камиллашыр өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.»Карнавал төнө» спектакле сәхнәлә бер генә тапҡыр күрһәтеләсәк. Проект пандемияға бәйле барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәп тормошҡа ашырыласаҡ.

Гүзәл Борханова