Республикала ай башынан теркәлгән аварияларҙа 24 кешенең ғүмере өҙөлгән

Республикала ай башынан теркәлгән 186 юл-транспорт ваҡиғаһында 300-ләп кеше йәрәхәтләнгән, 24-нең ғүмере өҙөлгән. Аяуһыҙ статистикаға төрлө факторҙар сәбәпсе. Шул иҫәптән бәхетһеҙ осраҡҡа үҙгәреүсән һауа торошо ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Белгестәр автоһәүәҫкәрҙәрҙе ябай һәм шул уҡ ваҡытта мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармаҫҡа саҡыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилеттың да булыуы мөһим. Юл хәлдәрен белеп булмай, ти Руслан Ишмөхәмәтов. Профессиональ водитель булыуына ҡарамаҫтан, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫенән сығармай. Инструктор булараҡ та ул руль артына тәүгә ултырыусыларҙы уяулыҡҡа өндәй.

Минең өс алтын ҡағиҙәм бар: беренсенән, юлда мотлаҡ дистанция һаҡларға, икенсенән, юлдағыларға, шул иҫәптән башҡа водителдәргә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға. Өсөнсөнән, төп ҡағиҙә руль артына эскән килеш ултырмау.

Руслан Ишмөхәмәтов, инструктор

Ҡыҙғанысҡа, ҡағиҙәләрҙең һуңғыһы айырыуса көнүҙәк. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, үлемесле аварияларҙың яртыһына тап иҫерек водителдәр ғәйепле. Эскән килеш руль артына ултырырға йөръәт иткәндәрҙе закондың ҡатылығы ла туҡтатмай. Һауа шарттарына бәйле юл-транспорт ваҡиғалары ла етерлек. Шунлыҡтан белгестәр көн боҙолған осраҡта бер сәбәпһеҙ алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Руль артына айыҡ килеш ултырыу һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү хәүефһеҙлек нигеҙе. Шуға ла инспекторҙарының талаптары менән килешмәү мөмкин түгел. Сөник юл хаталарҙы кисермәй.

Азат Ғәлиуллин