Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина пункттарын тикшерергә ҡушты

“Беҙ фельдшер-акушер пункттары төҙөйбөҙ. Әммә улар эшләмәй”, - тип белдерҙе ул.  Республика етәксеһе райондарҙа фельдшерҙар булмауы тураһында хәбәр алған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 100-ҙән ашыу медицина пункты Интернетҡа тоташтырылмаған. Бының өсөн селтәрҙәр һуҙырға кәрәк. Ведомствонан белдереүҙәренсә, быйыл ошо эште тамамларға ниәтләйҙәр.