Был хәл Туймазы районында булған. Уҙған төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығына Көйөктамаҡ ауылы янында урман эргәһендә ике ирҙең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Был урынға ҡотҡарыусылар һәм табиптар йүнәлтелә. 1976 йылғы ирҙе юл янында табалар. Табиптар ҡарауынан һуң өйөнә оҙатыла. Эргәләгә урманда икенсе кеше, 1984 йылғы ирҙең кәүҙәһенә тап булалар. Был ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш алып барыла.