Башҡортостан музыка сәнғәтенең ғорурлығы

Өфөлә танылған композитор Заһир Исмәғилевҡа бағышланған күргәҙмә асылды. Ул ижадсының 105 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған. “Заһир Исмәғилев институт ректоры булараҡ та күп эш башҡарҙы. Ул йәш таланттар эҙләү менән шөғөлләнде. Уҡытыусыларҙың тормош шарттарын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерҙе”, ти Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Экспозицияла композиторҙың шәхси документтары, һирәк осраған фотоһүрәттәр һәм ҡулъяҙмалар менән танышырға була. Улар беренсе тапҡыр киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде. Башҡортостан Архив эштәре буйынса идаралығы вәкиле Айгөл Ураҡаева:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Билдәле композитор исемен йөрөткән Өфө дәүләт сәнғәт институты киләһе йылда 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы байтаҡ саралар планлаштырылған. Уларҙың береһе - Башҡорт музыкаһы музейын булдырыу. Заһир Исмәғилевҡа бағышланған күргәҙмә 21 февралгә тиклем эшләй.