Республикала коронавирус йоҡтороусылар тағы ла арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 421 кешелә инфекция раҫланған. Кисә был һан 400 самаһы ине. Әле стационарҙа ятҡан 170 сирленең 45-е ауыр хәлдә. Өй шарттарында 4 мең ярым кеше дауалана. Уларҙың күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Бер тәүлек эсендә 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостанда вакцинаның беренсе компонентын 2 миллион 330 мең кеше ҡаҙатҡан. 2 миллион 200 меңгә яҡын кеше иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Ҡабаттан вакцина яһатыусылар 286 меңдән ашҡан. Республикала 170 урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа прививка эшләтергә була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122. Ситуация үҙәгенең телефоны: 218-19-19. Шылтыратыуҙан көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.