Законһыҙ бизнесты сикләп. Республика башлығы ҡушыуы буйынса тимер-томор ҡабул итеүҙә йәшерен эшмәкәрлек алып барыусыларға ҡаршы көрәш дауам итә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан металл ҡабул итеү пункттарына сираттағы мониторинг уҙғарҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТикшереү һөҙөмтәләре буйынса уларҙың күбеһе ябылған булыуы асыҡланды. Икенсел эшкәртеүгә металл урынына макулатура, пластик һауыттар йыя башлаусылар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта сеймал ҡабул итеүселәр гараж ишегендә «металл ҡабул ителә» тип яҙылған иғландарҙың дөрөҫлөккә тап килмәүен билдәләп аҡланырға тырышты.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә генә тимер ҡабул итеү пункттары 250-гә еткән. Уларҙың күбеһе лицензияһыҙ, йәғни рөхсәтһеҙ эшмәкәрлек алып бара. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары был йүнәлештә яуаплы күҙәтеүсе органдарҙың эшен әүҙемләштереү яҡлы.
Йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Морат Шафиҡов билдәләүенсә, ҡышҡы осор менән сағыштырғанда, йәйгеһен тимер йыйыу буйынса йәшерен бизнес айырыуса сәскә ата.
Гөлназ Хәйбуллина