Өфөлә намыҫһыҙ автосалон «тоҙағына» эләккән кешеләрҙе эҙләйҙәр

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм халыҡ именлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеү хеҙмәте намыҫһыҙ автосалон ҡарамағына эләгеүселәрҙе эҙләй. Арттырып һатылған автомобиль, өҫтәмә хеҙмәттәргә йә ҡоролмаларға түләп алданыусылар ғариза менән ведомствоға мөрәжәғәт итә ала. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иғтибарһыҙлыҡтан түгел, ә автосалон менеджерҙары башты бутауҙан килеп сыҡты, ти Оксана Атакишева. Хыялдағы автомобилен ул былтыр сентябрҙә һатып ала. Хаҡы бер миллион 400 мең һум менән билдәләнгән тимер ат, документ тултырып, асҡысын алғанда ике миллион һумға барып баҫа.

Автосалонға төшкө сәғәт берҙә килеп, төнгө ун берҙә генә ҡайтылды. Документтарҙы ҡабат өйрәнгәс, өҫтәмә хеҙмәттәр өсөн түләгәнемде аңланым. Менеджерҙар ике-өс айҙан рефинанслау ярҙамында аҡсаларҙы кире ҡайтарып була, тип ышандырҙылар. Ваҡыт үтте, автосалонға ҡабат мөрәжәғәт иттем. Әммә, барыһы ла бушҡа.

Оксана Атакишева, зыян күреүсе

Мәғлүм булыуынса, Оксана кеүек үк хәлгә тарыусылар республикала тиҫтәләрсә. Улар ялыу менән Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм халыҡ именлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Бөгөн уның нигеҙендә белгестәр Өфөләге «ТрансТехСервис идарасы компанияһы», «МС Авто» һәм «Делион» автосалондарының эшмәкәрлеген тикшергән. Асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең өсөһөндә лә һатып алыусының хоҡуҡтары боҙолоуы асыҡланды.

Башта әйтелгән өс автосалондың береһендә алданғандарҙың Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығына мөрәжәғәт итеүе һорала. Ведомство белгестәре машина менән сауҙа итеүсе ойошмаға дәғүә иткән документтарын йыйырға ярҙам итә. Административ саралар ҡабул итеү ҙә ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин