Бер баҫыуҙа буласаҡ фатирың тураһында тулы мәғлүмәт

1 февралдән Күсемһеҙ милек тураһында берҙәм дәүләт реестрында йорттоң авария хәлендә булыу-булмауы йә иһә торлаҡты һүтеү йәки төҙөкләндереү талап ителеүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Россреестр һәм Федераль кадастр палатаһының онлайн-сервистары аша справкаларҙы бер нисә минут эсендә генә алырға мөмкин була. Документты күп функциялы үҙәктәр аша ҡағыҙ рәүешендә лә алырға мөмкин. Әммә был осраҡта справка алыу 3 көнгә һуҙыла. Ике документ та бер тиң юридик хоҡуҡҡа эйә.

Һатып алыусыға йорттоң авария хәлендә йә иһә йәшәүгә яраҡһыҙ булыуы тураһында белеү ярайһы ҡатмарлы. Яңы законға ярашлы, төбәк муниципаль власть органдары күп фатирлы йорт йә иһә бина авария хәлендә тип танылған осрааҡта был турала мәғлүмәттәрҙе Росреестрға ебәрергә бурыслы буласаҡ.

Наталья Шаһива, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы

Гөлдәриә Йосопова