1962 йылдың 27 ғинуарында Республика баш ҡалаһында даими троллейбус маршруты асыла. Беренсе рейс ҡала үҙәгенән Беренсе май майҙанына тиклем була. Тәүге троллейбустарға водителдәр Василий Журавлев һәм Фаат Ғиззәтуллин ултыра. Троллейбустар Өфө урамдарынан әле лә йөрөй. Маршруттарҙың дөйөм оҙонлоғо 160 километрҙан арта.