Сусҡаларҙа африка тағуны асыҡланыуға бәйле, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында карантин иғлан ителде. Был осорҙа сусҡа аҙығын һатыу, алыу һәм күсереү тыйыла. Шулай уҡ хайуандарҙы салыу, ҡыр сусҡаһына һунар итеү рөхсәт ителмәй. Хәүефле сир Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә асыҡланды. Сусҡалар сифатһыҙ аҙыҡтан зарарланыуы мөмкин, ти Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСусҡаларҙың африка тағуны – йоғошло сир, ул бик тиҙ тарала. Уның тураһында 1903 йылдан билдәле, Рәсәйҙә 2007 йылдан теркәлә. Уның менән йорт һәм ҡырағай сусҡалар сирләй.