Башҡортостан һәм Ростов өлкәһе автомобилде газ менән көйләү компрессор станциялары буйынса илдә беренсе урында. Был турала Республика Башлығы "Газпром" акционерҙар йәмғиәтендә уҙған ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе. Әле беҙҙә 41 станция эшләй, киләсәктә һанды арттырыу бурысы ҡуйыла. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн дә газ менән заправкаланған техника алырға ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда ҡоролмаларҙы алмаштырыуҙы субсидиялау программаһы бар. Сығымдарҙың өстән ике өлөшөн дәүләт һәм “Газпром” йәмғиәте ҡайтара.