Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы 511 кешелә асыҡланған. Стационарҙарҙа 180 кеше дауалана, уларҙың 115-е 60 йәштән өлкәндәр. 46 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 2 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Бер тәүлектә 326 кеше һауыҡҡан, 14 сирле вафат булған. Пневмония диагнозы 31 пациентҡа ҡуйылған.