Умарта ултыртыу урындары кәмей

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡараны. Ҡануниәткә ярашлы , эшҡыуарҙарға умарта ултыртыу өсөн аныҡ урындар билдәләнә. Ләкин был уларҙың эшмәкәрлек итеү биләмәләре сикләнә тигән һүҙ түгел.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киреһенсә, закон уларҙы хәүефле урындарҙан аралау маҡсатында булдырылған. Атап әйткәндә умарталарҙы химикаттар, минераль ашламалар һаҡланған келәттәргә, үлгән мал күмеү соҡорҙарына яҡын урынлаштырыу тыйыла. Бынан тыш сәсеүлектәрҙе эшкәртеү эшенә лә төҙәтмәләр индерелә.

Алтынсы саҡырылыш депутаттарының ҡырҡынсы ултырышына сығарылған закон проекттары араһында тап ер мөнәсәбәттәре һәм ауыл хужалығына ҡағылышлылары байтаҡ. Мәҫәлән, продукция етештереүселәр ике йылға берҙәм ауыл хужалығы һалымы түләүҙән азат ителә. Быға тиклем һалым күләме килемдең 6 процентын тәшкил итә ине.

Нулле ставканы хеҙмәткәрҙәрҙең 90 процентын һаҡлап ҡалыусы ойошмалар ҡуллана ала. Депутаттар фекеренсә, һалым түләүен кәметеү республиканың инвестиция йәлеп итеү һәләтенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.

Әлбиттә, урындағы бюджет юғалтыуҙар кисерәсәк. Ике йылда был һан 275 миллион һум тирәһе. Ләкин беҙ ауыр осорҙа эш урындарын һаҡлап ҡалыу, ҡоролоҡтан зыян күргән хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләләрен дә оноторға тейеш түгелбеҙ.

Рида Собханғолова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе

Айнур Кәбиров