Шәхси хужалыҡтарҙа сусҡасылыҡ менән шөғөлләнеү тыйылыуы ихтимал

Башҡортостандың ит етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр союзы рәйесе Виктор Фрейдин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Бындай ҡарарға килеүен ул республикала тәүге тапҡыр Африка сусҡа тағуны асыҡланыуы менән аңлатты. Ҡурҡыныс сир ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылында теркәлде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, шәхси хужалыҡтарҙың береһендә сусҡа малдары билдәһеҙ сирҙән вафат була башлаған. Тикшереүҙәр барышында йорт хайуандарында африка тағунының билдәләре табылған.

Тупланған материалдар иҫбатлау өсөн тейешле хеҙмәттәргә ебәрелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса зарарланыу сығанағы булып ҡулланыу мөҙҙәте үткән аҙыҡ һәм туҡланыу ҡалдыҡтары тора. Әлеге ваҡытта төбәктә сусҡаларҙың күпләп ҡырылыуын туҡтатыу маҡсатында тейешле саралар күрелә.

Илдар Байбулатов