«Чиновник һөнәрен алмаштыра» проекты дауам итә

Төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ул 2013 йылда үткәрелә башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә эшсе костюмын республиканың төрлө ведомство етәкселәре, депутаттар кейеп ҡараны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгесе Әлиә Бабичева ла акцияға ҡушылып, Өфө тимер юлы вокзалында кассир һөнәрен үҙләштерҙе. Ҡала яны пассажирҙар компанияһы эшмәкәрлеге тураһында киләһе яҙма.

Өфө тимер юлы вокзалында пассажирҙар ағымы ҙур, төп көсөргәнеш кассирҙар иңенә төшә. Улар тәүлек әйләнәһенә халыҡты хеҙмәтләндерә. Билет һатыусыларға ярҙамға ашығыусылар ҙа бар. Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгесе Әлиә Бабичева «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектына ҡушылып, бер сәғәт эсендә кассирҙар файҙаланған махсус программаны үҙләштерҙе. Аҡса менән иҫәпләшеү, пассажирҙар менән аралашыуҙа ҙур тәжрибә тупланы.

Башҡортостанда 63 ҡала яны поезы иҫәпләнә. Уларҙа тәүлегенә һигеҙ меңгә яҡын пассажир хеҙмәтләндерелә. Белгестәр билдәләүенсә, айырыуса Өфө тимер юлы вокзалындағы кассалар янынан халыҡ өҙөлмәй. «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектында Зилина Ҡоҙаярова остаз булараҡ сығыш яһаны. Ул утыҙ йылға яҡын билет һатыу менән шөғөлләнә. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етһә лә, яуаплы эшенән айырылырға теләмәй. Фиҙаҡәрлек күрһәтә.

«Чиновник һөнәрен алмаштыра» проекты Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән ойошторола. Штукатур, маляр, слесарь, төҙөүсе, икмәк бешереүсе - эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙа ике тиҫтәнән ашыу дәүләт хеҙмәткәре, шул иҫәптән төрлө ведомство етәкселәре, депутаттар ҡатнашып өлгөргән.

Күләмле проект аша хеҙмәт кешеһенә ихтирам күрһәтелә. Үҙенә күрә профориентация эше алып барыла. Юғары вазифа биләүсе замандаштарыбыҙ бер көнгә тынсыу кабинеттан сығып, үҙҙәрен бөтөнләй икенсе өлкәлә һынап ҡарай.

Гөлназ Хәйбуллина