Бөгөн Ленинград ҡамауын өҙөүгә 78 йыл тулды

1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Нева буйындағы ҡаланы фашистар блокадаһынан азат итә. Шуға ла был дата Рәсәйҙә Хәрби Дан көнө тип иғлан ителгән. Тарихи көндә Баймаҡ уҡыусылары блокада икмәгенән ауыҙ итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың 8 сентябренән алып 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем Ленинград ҡалаһы фашистар тарафынан ҡамауҙа ҡала. Төнъяҡ баш ҡала халҡы 900 көн дауамында аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һынау кисерә.

Блокада икмәген тәмләп ҡарау, Таня Савичеваның көндәлеген уҡыу, блокадала булған кешеләрҙең видеояҙмаларын тыңлау үҫеп килгән йәш быуында тормош ҡиммәттәрен таныуға, уға икенсе күҙлектән ҡарауға ҙур этәргес.

Һуғыш йылдарындағы аслыҡ‐яланғаслыҡ халыҡ хәтеренән юйылмай.Үҫкән быуынға патриотик тәрбиә сараһы булып торған был саралар һуғыш булдырмау өсөн бер аҙым.