Благовар районында «ВАЗ» автомобиле «КамАЗ» менән бәрелешкән

Авария һөҙөмтәһендә өс кеше зыян күргән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, еңел транспорт сараһының 34 йәшлек водителе йөк машинаһын уҙыу өсөн өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан булған. Әммә ошо мәлдә ул «КамАЗ»дың да һул яҡҡа боролоуына иғтибар итеп өлгөрмәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Аварияла «ВАЗ» водителе һәм уның ике пассажиры төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса тикшереү бара.