15 февралдән Затон шоссеһы менән киҫешкән Галле ҡалаһы һәм Пархоменко урамдарына сығыу юлы ябыла. Затон биҫтәһенә табан Галле ҡалаһы урамы буйлап тура йүнәлеш кенә рөхсәт ителә, һулға Пархоменко урамына боролош тыйыла. Баш ҡала мэриянан белдереүҙәренсә, бындай ҡарар юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм участкала аварияларҙы кәметеү маҡсатында ҡабул ителә.