Коронавирус йоҡтороусылар күберәк теркәлә

Уҙған тәүлектә республика коронавирустың 570 осрағы асыҡланған. Стационарҙа 205 кеше ҡала, уларҙың 119-ы 60 йәштән өлкәндәр. 51 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, икеһе ИВЛ аппаратында, 14 сирле вафат булған. Өй шарттарында 4 меңдән ашыу кеше дауалана. Тәүлек эсендә 28 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған. Бөгөнгә вакцинаның 1-се компонентын 2 миллион 347 мең 506 кеше яһатҡан, был планға ҡарата 94 ярым процент. 2 миллион 193 мең 135-е прививкаланыуҙы тулыһынса тамамлаған – 88,3 процент. Спутник Лайт вакцинаһын 368 мең 214 кеше ҡаҙатҡан.