Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта үткән «Сәләмәтлек сәғәте»ндә белдереҙе. Һуңғы йылдарҙа сафҡа ингән 151 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 19-ы эшләргә белгес булмауҙан бикле тора.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына бер ай эсендә фельдшерҙар табырға ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров ауыл еренә эшкә ҡайтыусыларға өҫтәмә ярҙам саралары күрергә кәрәклеген билдәләне.
Видеокәңәшмәлә пандемияның бишенсе тулҡынын имен йырып сығыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
«Сәләмәтлек сәғәте»ндә ҡатнашыусылар Республика балалар клиник дауаханаһында туҡланыу сифатына зарланған ата-әсәләр мөрәжәғәтен дә ҡараны. Һаулыҡ һаҡлау министры аутсорсинг компания етештергән аҙыҡ-түлек сифатын тикшереү тураһында әйтте. Социаль өлкәне туҡландырыусы компанияларға бындай осраҡта бер генә киҫәтеү буласаҡ, артабан ундай эшҡыуарҙар менән эшләүгә сик ҡуйыла, тине Радий Хәбиров.
Рәмилә Исмәғилева