Сибай ҡалаһында коронавирус сире таралғандан бирле «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы эшләй

Ирекмәндәр хроник сирлеләргә һәм 65 йәштән өлкәндәргә дарыуҙар һәм аҙыҡ түлек илтә. Шулай уҡ вакцинация тураһында иҫкәртмәләр таратыу, телефондан мәғлүмәттәр еткереү ҙә уларға йөкмәтелгән. Штабта 62 кеше теркәлгән, уларҙың 23-ө автоирекмән. Быйыл изге эшкә ҡала округы депутаттары ла ҡушылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн мохтаждарға депутат Роман Зәйдуллин ярҙамға сыҡты. Ул ирекмәндәр һәм шылтыратыусылар менән һөйләшкәндән һуң адрестар буйынса йөрөнө. Бөтә депутаттар ҙа дежурҙа үҙ автомобилдәрендә.

Уҙған аҙнанан бирле аҙыҡ түлек һәм дарыуҙар илтеүгә 60-тан ашыу ғариза булды. Препараттар алып барып биреү буйынса мәғлүмәт дауахананан килә. Шулай уҡ ҡар таҙартырға ла ярҙам итәбеҙ.

Роман Зәйҙуллин, ирекмән

Ирекмән ике йәшлек ейәнен бер үҙе ҡараусы ҡатын мөрәжәғәте буйынса килде. Баланың әсәһе йәй өйөнән сығып киткән. Штабта өлкәндәрҙән тыш яңғыҙҙар, сәләмәтлеге буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам итеү бурысы ҡуйылған. Ирекмәндәр сафында студенттар, йорт хужабикәләре, таксистар, депутаттар һәм чиновниктар ҙа бар.

Штабҡа 8-987-493-27-50, 8- 987-493-27-54 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Рәмилә Исмәғилева