Медицина хеҙмәткәрҙәре инфекцияны еңгән пациенттарҙы ла дауалай

«Рәсәй тимер юлы медицинаһы» клиник дауаханаһында кире ПЦР-тест менән дә кислород аша тын алыусылар етерлек. Ковидтан һуң ҡабат тормошҡа ҡайтыусылар тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Коронавирустан ҡалған хәлһеҙлек. Аппараттан һуң, ниһәйәт, замандашыбыҙ иркенләп булмаһа ла, үҙаллы тын ала ?әм иҫән ҡалыуына ҡыуанып бөтә алмай. Дауахана белгестәренең махсус курсы ярҙамында ул яңынан йәшәргә өйрәнә. Йүтәлдән тыш, сирҙе үткәргәндәр физик хәлһеҙлеккә зарлана. Шуға ла табиптар күберәк хәрәкәт итергә кәңәш бирә.

Барыһы ла тән температураһы күтәрелеүенән, йүткереү һәм хәлһеҙлектән башланған. Дауаханаға өлкән йәштәге ир зарарланған үпкә менән эләгә. Яһалма елләтеү ҡоролмаһы аҫтында ул бер ай самаһы ғүмерен уҙғара.

Башта бөтөнләй йөрөй ҙә алманым. Урындан торһам, башым әйләнеп йығыла яҙа инем. Бөгөн әкренләп йөрөргә тырышам. Процедураларҙың да ярҙамы ҙур.

Марат, «Рәсәй тимер юлы медицинаһы» клиник дауаханаһы пациенты

Реабилитация үҙәгендә коронавирусты ауыр үткәргәндәр ҙә дауалана. Күптәр өҫтәмә кислородҡа ла мохтаж.

Реабилитация барышын бер табип ҡына түгел, тотош медицина бригадаһы күҙәтә. Ингаляция, массаж, лазер йә магнит терапияһы булһынмы – уларҙы тәғәйенләү урында уҡ хәл ителә. Ҡайһы саҡта курс бер комплекс менән алып барыла. Бар хәрәкәттәр ҙә үпкә эшмәкәрлеген яйға һалыуға йүнәлтелгән.

Коронавирус үпкәләрҙе генә түгел, организмдың башҡа ағзаларын да зарарлай. Шул иҫәптән ғәҙәти еҫ-тәм тойомлауҙы ла. Уларҙы бутау осраҡтары ла юҡ түгел.

Коронавирус инфекцияһы нейротроплы. Ул туранан-тура нервы системаһын ҡаҡшата. Еҫ-тәм тойомлауҙың юғалыуы ла ошоға бәйле. Рефлексотерапия ысулы менән беҙ нервы системаларын дауалайбыҙ. Ул күптән дәлилләнгән медицина алымдарының береһе.

Ирек Вәлишин, «Рәсәй тимер юлы медицинаһы» клиник дауаханаһының бүлек мөдире

Реабилитация ике аҙнаға иҫәпләнгән. Мәкерле сирҙән һуң, дауаланыусыларҙың хәле шәхсән күҙәтеүҙә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алынған процедуралар, махсус туҡланыу һәм табиптарҙың хәстәрлеге ғүмерҙе оҙайтыуға ярҙам итә.

Азат Ғәлиуллин