Башҡортостан Хөкүмәтендә Ирек Сәғитов рәйеслегендәге видеоконференция үтте. Унда ҡатнашыусылар алдында халыҡ именлеген тәьмин итеү буйынса аныҡ маҡсаттар ҡуйылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр йылдың дүрт миҙгелендә лә уяу һәм оператив эшләргә бурыслы, тип белдерҙе ведомство етәксеһе Фәрит Ғүмәров. Үткән йыл ҡотҡарыусылар яҙғы ташҡынды ойошҡанлыҡ менән үткәргән. Боҙ тығымдарын бөтөрөү өсөн Өршәк, Инйәр,Оло Әүжән йылғаларында шартлатыу эштәре башҡарылған.
Тупланған тәжрибәһенән сығып, һыу бассейндарында урынлашҡан 42 муниципалитетҡа шартлатыу эштәрен башҡарыуға яҡын арала килешеүҙәр төҙөү бурысы йөкмәтелде. Баймаҡ районында былтыр асылған ике янғын һүндереү часының йәйге һәм көҙгө янғындарҙы туҡтатыуҙағы роле билдәләнде.
Киләһе йылда ҡотҡарыу хеҙмәте стратегияһын үҫтереү сиктәрендә Йылайыр, Белорет, Мәләүез райондарында ҡотҡарыу һәм янғын һүндереү хеҙмәтен киңәйтеү ҡаралған.Янғын һүндереүселәр мохтаж граждандарға 396 меңдән ашыу сирена урынлаштырылған. Улар ярҙамында 680 кеше ғүмере ҡотҡарылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда янғында һәләк булыусылар һаны 14 кешегә кәмегән.
Цифрлы технологиялар ярҙамында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса республиканың ҡотҡарыу хеҙмәте Волга буйы федераль округында алдынғы урында. Граждандар оборонаһы өлкәһендә 12 ашыу хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән.Быйыл Ка-32 вертолеты яҙғы ташҡынҡа әҙерләнгәндә ҡулланыласаҡ.
Техниканы һатып алыу бурысын республика Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған. Һауа судноһы янғынға ҡаршы, медицина, транспорт-йөк, эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәтендә ҡулланыласаҡ Бөгөнгө осрашыуҙа билдәләүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре араһында быйыл да мөһим бурыстар тора.
Гүзәл Борханова