Бергәләп янғындарға ҡаршы. Башҡортостанда айырым ҡатлам халыҡ янғын иҫкәртеү ҡоролмалары менән бушлай тәьмин ителә. Баймаҡ районында портатив иҫкәрткестәрҙе таратыу барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯнғын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың күптәрҙе оло ҡазанан һаҡлап ҡалыуҙары тураһында һәр кем ишетеп белә. Шуға ла бөгөн һәр йорт тиерлек махсус ҡоролма менән йыһазландырылған. Мерәҫ ауылынан һуғыш осоро балаһы Гөлсирә Әбдрәхимова был бүләкте ҡыуанып ҡабул итте.
Автоматлаштырылған янғын иҫкәрткестәр быға тиклем туғыҙ категория граждандарына бушлай тапшырылды. Улар араһында яңғыҙ йәшәгән ололар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләр бар. Күптән түгел тағы ла өс төркөм был ҡулайлама менән тәьмин ителә башланы.
Баймаҡ районында һуғыш осоро балалары төркөмөнә ҡараған ике меңгә яҡын оло кеше йәшәй. Ә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар һаны – ете йөҙҙән ашыу.
Йортоңда ут сығыу-ул оло ҡаза. Шуға ла Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте рейдтарҙы дауам итә. Улар мейес һәм йылытыу ҡоролмалары менән файҙаланыу ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә.
Әлфиә Хәмитова