Эт өйөрөнөң балаға ташланыу күренеше видеотеркәү ҡоролмаһына төшкән. Малайҙы бәләнән тап ошо мәлдә ваҡиға урынына килеп сыҡҡан урам һепереүсе ҡотҡарып ҡала. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәктәп уҡыусыһын баҫтырырҙан алда, 20-ләгән берәҙәк эт өйөрө ир кешегә һөжүм иткән. Был осраҡ Уфанет камераларында теркәлгән. Өлкән ир эттәрҙән ҡотола алған, әммә мәктәп уҡыусыһына бер үҙенә уларҙан ҡасыу мөмкин булмаҫ ине. Үҫмер йән-фарманға ҡасып китергә уйлай. Уның бәхетенә урам йыйыштырыусы тап була.
Урам йыйыштырыусы фамилияһын атауҙан баш тартты. Ул баланы ҡырағайланған эт өйөрөнән ҡотҡара, әммә үҙенә иғтибар йәлеп иткеһе килмәй. Үҙенең был аҙымын йөрәк һәм намыҫ ҡушыуы, тип аңлата.
Ваҡиға Өфөнөң Әй урамында теркәлә. Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, берәҙәк эттәр уларҙың һәм балаларының ғүмеренә хәүеф менән янай. Был беренсе генә орсаҡ түгел.
Шул көндө үк был урынға эт аулаусылар килеп етә. Улар дүрт этте алып китә, ҡалғандарын яҡын көндәрҙә аулаясаҡтар.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр осраҡ сәбәптәрен асыҡлау буйынса саралар комплексы билдәләгән. Тикшереү барышында берәҙәк эттәрҙе тотоуҙы ойоштороу өсөн яуаплы шәхестәр эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Гүзәл Борханова