Радий Хәбиров ауылдарҙа медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға ҡушты

Башҡортостан башлығы 2019-2020 йылдарҙа төҙөлгән фельдшер-акушер пункттарын тикшереү буйынса контроль идаралыҡ һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Асыҡланыуынса, 151 пункттың 19-ы ябыҡ тора. Муниципалитеттар етәкселәре һүҙҙәренсә,  фельдшерҙар етешмәү сәбәпле, уларҙа пациенттарҙы медицина белгестәре яҡын тирә ауылдарҙан килеп ҡабул итә. Радий Хәбиров район хакимиәттәренә бер ай эсендә даими нигеҙҙә эшләүсе фельдшерҙар йәлеп итергә ҡушты. Был мәсьәлә ай үткәс йәнә тикшереләсәк. Төбәк башлығы хөкүмәткә ауыл еренә эшкә килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә ярҙам саралы әҙерләүҙе йөкмәтте. “Яңы ФАП-тар асыу ғына түгел, уларҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мөһим. Төп бурыс – халыҡ үҙҙәренә кәрәкле медицина ярҙамы алырға тейеш”- тип билдәләне Республика етәксеһе.