Башҡортостан юлдарында мотополиция йөрөй башлай

Уҙған йылда Республика автоинспекцияһы "БМВ" маркалы мотоциклдар һатып алған. Яҡын арала мотобатальон булдырылыуы көтөлә. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов шулай тип белдерҙе. Мотополиция тәү сиратта мотоциклдарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар менән көрәшә.