Киләһе аҙнанан дауаханалар иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем эшләйәсәк

Ә коронавирусҡа анализдарҙы киске һигеҙенсе яртыға тиклем тапшырыу мөмкин буласаҡ. Лабораториялар иһә тәүлек әйләнәһенә эшләй башлаясаҡ. Был турала коронавирусты сикләү буйынса оператив штаб улытырышында белдерҙеләр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был саралар – көн талабы, сөнки республикала ковид менән ауырыусылар һаны үткән аҙналар менән сағыштырғанда 40 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрендә булдырылған урындарҙың 38 проценты файҙаланылмай.

Был инде омикрон штаммы күптәрҙә еңел формала үтеүе һәм ауырыусыларҙың уны аяҡ өҫтө уҙғарыуы менән аңлатыла. Ошо сәбәпле Радий Хәбиров амбулатор ярҙамды көсәйтергә ҡушты.

Айнур Кәбиров