Ашығыс медицина ярҙамына ярҙам кәрәк

Тармаҡ проблемалары Профсоюздар йортонда түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Муниципалитеттарҙа ашығыс ярҙам станцияларына машиналар етмәй,  водителдәргә махсус кейем, белгестәргә планшеттар, радиобәйләнеш һәм башҡалар кәрәк. Промед системаһы эшмәкәрлеге лә һорауҙар тыуҙыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һөҙөмтәлә бер саҡырыуға норманан артыҡ ваҡыт китә һәм бригада адрестар буйлап ваҡытына барып етә алмай. Онлайн кәңәшмәлә республиканың ун медицна округы вәкилдәре онлайн бәйләнештә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Тармаҡтың тариф килешеүенә үҙгәрештәр индереү күҙаллана.

Мәҫәлән, ашығыс ярҙам машиналары водителдәренең хеҙмәт окладын күтәреү, ул әлегә 5771 һум тәшкил итә. Округтар буйынса төнгө эш, категория һәм стаж буйынса өҫтәмә аҡса түләү кимәле лә төрлө. Был тәңгәлдә республиканың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә  эш хаҡы түләү буйынса берҙәм система булырға тейеш, тип билдәләнде түңәрәк өҫтәлдә. Онлайн кәңәшмә буйынса ведомстволарға профсоюз тәҡдимдәр әҙерләй.

Тағы бер һорауҙы беҙ күптән күтәреп сыҡтыҡ. Ул ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәрен страховкалау. Ул Ҡоролтайҙа ла ҡаралды, федераль кимәлдә әле раҫланмаған. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа эш ваҡытында зыян күреүселәргә профсоюздан страховка түләүҙе ойошторҙоҡ.

Рауил Хәлфин, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының профсоюз ойошмаһы рәйесе

Рәмилә Исмәғилева