Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған брифинг үтәсәк

Поликлиникаларҙа сират, коронавирусҡа бирелгән анализ һөҙөмтәләре бик оҙаҡ килә, ашығыс медицина ярҙамын көтөп алырлыҡ түгел. Тотош илдәге кеүек үк Башҡортостан медицинаһы ла яңы реалийҙарға яраҡлашып эшмәкәрлеген көйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Медицина учреждениелары нисек эшләйәсәк һәм халыҡ үҙен хәүефһеҙ тойһон өсөн ниҙәр күрелә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға һигеҙ тула 15 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Роспотребнадзор идаралығы, ашығыс ярҙам хеҙмәтье белгестәре яуап бирәсәк.

Брифинг барышы шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика менән идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙәрендә лә трансляцияланасаҡ. 

Айнур Кәбиров