Архангел ауылдары тыуған төйәген төҙөкләндерә

Архангел районының бер нисә ауыл халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыр өсөн берләште. Урында йәшәүселәр боронғо зыяратты төҙөкләндермәксе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тәү сиратта бында иҫке ағас ҡойманы алмаштырырға һәм әрүахтар йорто биләмәһен киңәйтеү талап ителә. Зыярат Бәйес, Ҡыҙыл Ырғыҙлы һәм Муллаҡай ауылдарын хеҙмәтләндерә. Төҙөкләндереүгә йәмғеһе 1 миллион 200 мең һум аҡса талап ителә.

Урындағы халыҡ кәрәкле сумманың 10 процентын үҙ аллы йыйырға әҙер. Быға тиклем район халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы грантына эйә булып, ауылдарҙың береһендә юлдар төҙөгән, МТЗ-82 тракторы һәм техника йыһаздары һатып алған да инде.