Янғындарға юл ҡуймау, кешеләр хәүефһеҙлеге беренсе планда

Ҡышҡы һалҡындар мәлендә янғын сығыу осраҡтары йыш теркәлә. Янғындарҙы иҫкәртеү, кешеләр үлеменә юл ҡуймау маҡсатында Башҡортостан ҡотҡарыусылары рейдтарға сыға.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күҙәтеү һәм тикшереү органдары янғынға ҡаршы аңлатыу эштәре алып бара, халыҡты янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтә. Өфөнөң Дим районында урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһендә үткән рейдттан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Алһыу Сәғитова баҡсасылар ширҡәтендә ғаиләһе менән өс йыл йәшәй. Рейдҡа сыҡҡан ҡотҡарыусылар менән тәүгә осраша. Профилактик рейдта йөрөүселәрҙе йортта декрет отпускаһында ултырған әсә йылы ҡаршыланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғындарҙы күҙәтеү һәм иҫкәртеү инспекторҙары буклеттар таратты, янғын сыға ҡалһа 112 һандарын йыйырға кәрәклеге хаҡында хәтергә төшөрҙө.

Бер-нисә төркөмгә бүленеп эшләүсе ҡотҡарыусылар көнөнә егерменән ашыу йортта була. Йәш балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙән тыш, яңғыҙы ғүмер иткән өлкән быуын вәкилдәренә айырым иғтибар бүленә. Был исемлектә 80 йәшлек Валерей Ценев та бар.

Миңә бөгөн бушлай янғынды иҫкәртеү ҡорамалын тапшырҙылар. Ысынбарлыҡта аҡ төҫтәге был төймәнән сирена таралмаһын, беҙ бик абай булып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышырбыҙ.

Валерий Ценев, «Электроаппарат» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе

Баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәрҙең күпселеге йоттарын  электр приборҙары ярҙамында йылыта. Ә бында даими йәшәмәүселәргә инспекторҙар торлағын электр тәьминәтенән ваҡытлыса өҙөп торорға кәңәш итә. Халыҡ янғын иҫкәртеү ҡормалдарын урамға килеп ингән алыпһатарҙарҙан түгел, ә көнкүреш тауарҙары һатылған магазиндарҙа алырға кәрәклеге хаҡында ла иҫкәртелде.

Янғын иҫкәртеү ҡорамалы менән аҙ тәьмин ителгән һәм күмәк балар тәрбиәләгән ғаиләләр, социаль яҡтан көсөргәнешле хәлдә булған ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар,ветерандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, 55 йәштән яңғыҙ ғүмер итеүселәр бушлай тәьмин ителә. Тулы мәғлүмәтте һеҙ экранда күргән телефон аша шыттыратып белергә мөмкин. 8 (347) 272-00-24.

Баҡсасылар ширҡәтендә ҡарҙан таҙартылмаған тар урамдар, бер-береһенә терәлеп торған йорт-ҡаралтылар янғын сыға ҡалһа артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра. Быны булдырмаҫ өсөн ҡотҡарыу хеҙмәттәре даими рәүештә рейдтарға сыға.

Гүзәл Борханова