Сараға Өфөнөң Киров районы коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. «Колибри» коммуналь хужалығының ике тиҫтәгә яҡын эшсеһе ҡулына көрәк алып, Арыҫлан Мөбәрәков урамындағы бер нисә йорт ихатаһын ҡарҙан таҙартты. Өмәгә 4 техника ла йәлеп ителгәйне. Ял көндәрендә ҡар яуыуы көтөлөүен иҫәпкә алып хеҙмәткәрҙәрҙең эше иртәгә ла дауам итәсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Колибри» коммуналь хеҙмәте етәкселеге билдәләүенсә, кадрҙар мәсьәләһе әлегә тиклем хәл ителмәгән. Был, башлыса, күләмле хеҙмәт һәм түбән эш хаҡына бәйле. Яңыраҡ Өфө меры Сергей Греков юлдарҙы таҙартыусы водитель һәм механизаторҙарҙың эш хаҡы 1 февралдән 2-40 процентҡа артасаҡ, тип белдергәйне.
Әлеге көндә ҡаланы төҙөкләндереү учреждениеларында 522 берәмек техника иҫәпләнә, шуларҙың 339-ына тулыһынса иҫкергән. Өфө коммуналь автопаркын яңыртыу өсөн 4,6 миллиард һум аҡса талап ителә.