Машинаңа ҡар ишелеп төшһә, нимә эшләргә?

Һауа шарттарына бәйле, автомобиль өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтар, ҡар ишелеп төшөүе ихтимал. Ҡарҙы ташларҙан алда транспорт саралары хәрәкәт итә торған ерҙә, сикләү билдәләре ҡуйып, хәүефһеҙлек саралары булдырыу мотлаҡ. “Әгәр һеҙҙең автомобиль өҫтөнә ҡыйыҡтан ҡар төшһә, полиция йә участковыйға шылтыратырға кәрәк” - тип белдерҙе даими эксперт Хәлим Әйүпов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡыйыҡтарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе буйынса биналарҙың хужалары һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар яуаплы.