Рәсәй хөкүмәте төбәктәргә аҡса бүлде, беҙҙең республикаға 185 миллион һум тәғәйенләнә. Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, өҫтәмә аҡса коронавирустың яңы тулҡынына ҡаршы көрәштә ярҙам буласаҡ. Бөгөндән Башҡортостан поликлиникалары 14 сәғәтлек эш тәртибенә күсә. Инфекция йоҡторған ауырыуҙарҙы иртәнге 8-се яртынан киске унға тиклем ҡабул итәләр. ПЦР тесты 8-се яртынан киске етегә тиклем тапшырырға мөмкин. Лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләй.