Республикала поликлиникалар бөгөндән иртәнге 8-се яртынан киске унға тиклем эшләй башланы. Коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Әммә яңы теҙмә буйынса эш башламаған медицина учреждениелары ла теркәлгән. Бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы ошо турала белдерҙе. Конроль идаралыҡ байтаҡ урындарҙа етешһеҙлектәр асыҡлаған, тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала һуңғы аҙнала коронавирус йоҡтороусылар арта. Көн һайын бер нисә йөҙ кеше хәүефле вирус менән зарарлана. Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға, Ситуация үҙәгендә операторҙар һанын артырырға ҡушты.