Был турала Радий Хәбиров онлайн форматта уҙғарылған оператив кәңәшмә барышында билдәләне. Баш ҡаланың Көньяҡ ҡапҡаларын нығытыу маҡсатында Пугачев урамында ла күләмле төҙөкләндереү эштәре планлаштырылған. Ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында киләһе яҙма.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБылтыр ноябрҙә Өфөнөң Көньяҡ өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша өҫтәмә күпер сафҡа индерелде. Технологик яҡтан ҡоролма ил кимәлендә уникаль һанала. Төҙөлөш барышында ике яҡтан да транспорт хәрәкәте туҡтатылманы, ҡыҫынҡы шарттарҙа күтәрелде. Биләмәлә реконструкция эштәре дауам итәсәк. 1956 йылғы күперҙе тулыһынса яңыртыу бурысы ҡуйылған. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә билдәләне.
Яҙғыһын «Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡалары» тип исемләнгән ҙур проект тормошҡа ашырыла башлай. Уға ярашлы Пугачев, Рыленко урамдарында реконструкция үтәсәк. Әлегә М-5 трассаһына илткән магистралгә көсөргәнеш ҙур. Шуға төп юлды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, ике кимәлдәге развязка төҙөлөшө ҡаралған. Транспорт инфраструктураһындағы үҙгәрештәр автоһәүәҫкәрҙәргә ваҡытлыса ҡаршылыҡтар килтерәсәк.
Һуңғы өс йылда пассажирҙарҙы ташыу өлкәһендә лә тәртип булдырыла. Автобус паркы яңыртыла, түләүҙәр ҙә хәҙер асыҡ. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров ауыл халҡы алдында йөкләмәләр барлығын билдәләне. Район үҙәктәре менән йәмәғәт транспорты бәйләнешен нығытыу мөһим. Оператив кәңәшмә барышында «Нефаз» автомобиль төҙөлөшө компанияһының уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Предприятие заказ биреүселәргә 1 787 пассажир автобусы ебәргән. Был күрһәткесте өс меңгә еткереү планлаштырыла. Ошо маҡсатта алдағы өс йылда йыйыу, буяу, иретеп йәбештереү цехтары яңыртыласаҡ. Дөйөм финанслау күләме дүрт миллиард һум тәшкил итәсәк. Компания етәкселеге киләсәккә амбициоз пландар ҡора.
Өфөнөң 450 йыллығына халыҡ-ара аэропорт заманса төҫ аласаҡ. Терминалдарҙың Берҙәм архитектура концепцияһын булдырыу, биләмәлә ҡунаҡхана төҙөлөшө буйынса күләмле инвестиция килешеүен тормошҡа ашырыу ҡаралған. Был турала оператив кәңәшмәлә компания етәкселеге билдәләне. Эске һауа линияларының яңы терминалы сафҡа индерелеү менән пассажирҙарҙы үткәреү һәләте ике тапҡырға артып, сәғәтенә 1200-гә еткән. Быйыл Рәсәй һәм сит илдәргә ойошторолған рейстар географияһы ла киңәйәсәк.
Оператив кәңәшмәлә Пекинда үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек барышы менән дә таныштырҙылар. Күләмле спорт сараһында Волга буйы федераль округынан илленән ашыу спортсы ҡатнаша, уларҙың ун дүрте Башҡортостандан. Был иң юғары күрһәткес.
Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле 25 мәктәп дистанцион уҡытыуға күсерелгән. Шул уҡ ваҡытта 445 белем усағынан ике меңдән ашыу класс карантинға ябылған. Дөйөм алғанда, уҡыусыларҙың 0,67 проценты инфекция йоҡторған. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, мәктәптәр буйынса хәл контролдә тотола.
Уҙған аҙнала республикала 12 йәштән 18 йәшкәсә үҫмерҙәргә вакцинация ойошторола башланы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәтттәренә ярашлы, «Спутник М» препаратын биш йөҙгә яҡын уҡыусы яһатҡан. Өлкәндәргә килгәндә, прививка ҡаҙатыусылар күрһәткесе 95 процентҡа еткән. Ни бары йөҙ мең кешегә иммунитетын нығытырға ҡалған.
Гөлназ Хәйбуллина