Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы графикка ярашлы, бөгөндән киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды. Хәҙер поликлиникалар иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан алып киске унға тиклем эшләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда «Омикрон» менән көрәшеү һәм вирусты таратмау өсөн билдәләнгән талаптар нисек үтәлә? Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Поликлиника терапевтарының эш көнө ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Сиратта ултырыусыларҙың күбеһе хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын яба һалып, эшкә сығырға ашыға. Наталья Рассамахина коронавирус сиренән ике аҙна дауаланған. Ниһайәт, ПЦР-тест кире һөҙөмтә биргәс, иртә менән табипҡа күренергә килгән.
31 ғинуарҙан поликлиникаға юғары температура, йәки коронавирус симптомдары менән килеүселәр иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан алып киске сәғәт 10-ға тиклем ҡабул ителә башланы. Был яңылыҡ тураһында күп пациенттар хәбәрҙар ине. Максим Забелин белдереүенсә, омикрон менән сирләүселәрҙең күбеһе дауаханаға ятмайынса ауырыуҙы симптомһыҙ, йәки еңел формала үткәрә. Шуға күрә амбулатор ярҙам күрһәтеү көсәйтелә.
Омикрон штамы башҡаларынан тиҙ йоғошлолоғо менән айырыла. Хәҙер бер көн эсендә табипҡа эләгергә, кәрәкле анализдар тапшырып та өлгөрөргә мөмкин. Был социаль дистанция һаҡлау һәм сирлене иртәрәк үҙизоляцияға ебәреү өсөн уңайлы, ти аҡ халатлылар.
Видеоконференция форматында үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров күп поликлиникаларҙың яңы эш режимына күсеүҙе ойоштора алмауҙарын билдәләне. Атап әйткәндә, Өфө, Иглин райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы медицина учреждениелары тәнҡитләнде. Шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сират мәсьәләһен хәл итеү бурысы ла йөкмәтелде.
Шулай уҡ республика башлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарының да бөгөндән эшкә сыҡмағандарына ҡәнәғәтһеҙлеҡ белдерҙе. Етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала хәл итергә, һуңлап асылған поликлиникаларға аңлатма яҙырға ҡушты.
Әлфинә Килдейәрова