«Торатау» Конгресс-холында урынлаштырылған ваҡытлыса медицина пунктында тәүгә һәм икенсегә прививка ҡаҙатыусыларға «стопковид» йыйылмалары – бирсәткәләр, битлектәр һәм антисептик тапшырылды. Бындай акциялар илдең 20 төбәгендә ойошторола.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонгресс-холл бинаһындағы вакцинация мобиль пункты ялһыҙ иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем эшләй. Граждандар уңайлығы өсөн урында ял зонаһы ла ойошторолған. Теләүселәр унда прививканан һуң ултырып тора, табиптарҙан хәлен тикшертә ала. Вакцинация пунктында БДМУ студенттары ла ярҙам итә, күптәренең ковид-госпиталдәрҙә эшләү тәжрибәһе бар.