Федоровка районының Динес ауылы халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашып, ауыл клубын төҙөкләндермәксе. Үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән мәҙәниәт йортонда иҫкергән тәҙрәләрҙе алмаштырып, бинаның эсен яңыртыу талап ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДөйөм сығымдарҙың бер өлөшөн урындағы Михаил Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡапларға әҙер. Ауыл клубында киң мәҙәни саралар, урындағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы һәм ветерандар советы ултырыштары үтә.
Үткән йылдарҙы Федоровка районы халҡы, «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы грантына эйә булып, Динес, Новоселка һәм Веселовка ауылдарында мәктәп ҡыйыҡтарын яңыртыуға ирешкән дә инде.