Яңы күсмә составтың хәрәкәтенә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Экспресс көн һайын киске сәғәт 7 тула 2 минутта юлға сығып Өфө-Приют маршруты буйынса йөрөйәсәк. Заманса электр транспорты менән Рәсәйҙә тәүге ҡатын-ҡыҙ машинист идара итте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Көнбайыш экспресс»ы Бәләбәй районындағы ҡасабаға 3 сәғәттә барып етә. Был, элекке хәрәкәт ваҡыты менән сағыштырғанда, бер сәғәткә кәмерәк. Электропоезд 4 вагондан тора, урындар 361 кешегә иҫәпләнгән. Поезд маршрутында Дим, Шишмә, Дәүләкән, Раевка, Шафран һәм Аксаков туҡталыштары бар. Билет хаҡы – 466 һум.
«Көнбайыш экспресс»ын сафҡа индереү – Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө поездар системаһын үҫтереүҙең бер этабы. Быға тиклем 2021 йылдың апрелендә Өфө-Күмертау маршрутындағы «Көньяҡ экспресс» йөрөй башлағайны.
Сентябрҙән халыҡ «Орлан» рельс автобусында Ырымбурға тиклем бара ала. Киләсәктә Өфө-Белорет маршрутын хеҙмәтләндерәсәк «Көнсығыш экспрессын»да сафҡа индереү көтөлә.